Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 13:15

Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Өфөлә яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙерләнәләр.

Өфөлә яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙерләнәләр. Быйыл ташҡын осоро ғәҙәттәгенән иртәрәк башланыр, моғайын, ти белгестәр. Ҡала хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен башлаған да инде. Һыу баҫыу ихтималлығы булған райондарҙа иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла, ошонда йәшәгәндәрҙең исемлектәре яңыртыла. Ҡарҙың ныҡ иреүе сәбәпле һәр ваҡыт һыу баҫҡан урамдарҙан ҡар сығарыла. 2 мартҡа ҡарата, ошондай участкаларҙан 7 мең самаһы кубометр ҡар сығарылған. Шулай уҡ ташҡынға ҡаршы штабтар, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары һәм ташҡын осоронда эшкә йәлеп ителергә тейешле ойошмалар, предприятиелар «ҙур һыу» менән осрашыуға әҙерләнә.
фото/Pixabay
Читайте нас: