29 февралдә Мәскәүҙә Крокус Сити Холда йырсы Элвин Грей сығыш яһаны. Ул яңы концерт программаһын тәҡдим итте, шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы хиттарын һәм ижадын һөйөүселәр яратып өлгөргән яңы композицияларын башҡарҙы. Концерт залы – 7300 урынлыҡ, артист тулы зал йыйҙы. Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) — милли эстрадала популяр башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм «Бизнес онлайн» баҫмаһы версияһы буйынса йыл кешеһе. «Һаман кисәге концерт тәьҫирендәмен. Ниҙәр кисергәнемде һүҙҙәр менән әйтеп бирә алмайым. Оҙаҡ йылдар буйына Рәсәйҙең төп залдарының береһендә сығыш яһарға хыялландым. Беҙ быға бик оҙаҡ барҙыҡ, ҙур команда эшләне. Мин һәм командам ҙур майҙансыҡтарҙа бик күп концерттар үткәреүгә ҡарамаҫтан, Мәскәү тамашасыһы алдында сығыш яһау һәр саҡ тулҡынландырғыс. Ләкин беренсе йырҙан уҡ тулҡынланыуҙар һәм борсолоуҙар һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Зал шунда уҡ ҡушылып йырлай башланы. Уларҙың көс-ҡеүәтен, алҡыштарын һәм энергетикаһын һүҙҙәр менән аңлатып булмай. Был – минең ижадымда мөһим ваҡиға. Тыңлаусыларыма ҙур рәхмәт», — тине Радик Юлъяҡшин «Башинформ» агентлығына.