Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 11:55

Грипп эпидемияһы кәмеүгә бара

Башҡортостанда грипп эпидемияһы кәмеүгә бара,

Башҡортостанда грипп эпидемияһы кәмеүгә бара, тип хәбәр итә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы.
Һуңғы дүрт аҙнала сирҙең күтәрелеше күҙәтелде, эпидемияның иң юғары нөктәһе йылдың етенсе аҙнаһына — 10 февралдән 16-һына тиклем тура килде.
Уҙған аҙнала, 17 -23 февралдә, республикала 34 138 грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа – 20 504 осраҡ, был ауырыуҙарҙың дөйөм һанынан 60% тәшкил итә. Балалар араһында сирлеләрҙең күбеһе 3-6 йәштә.
Республика халҡы араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу эпидемия сигенән 44% юғары, тип белдерә ведомство. Үткән аҙнала Өфөлә 9 494 кеше, шул иҫәптән 4 737 бала грипп һәм киҫкен вирус инфекцияһы менән сирләгән. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар 20% кәмегән. Был бөтә йәш төркөмдәрендә күҙәтелә.
фото/Pixabay
Читайте нас: