Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 12:15

VI Бөтә донъя фольклориадаһының иң яҡшы символына конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһының иң яҡшы символына конкурс старт алды, ул CIOFF®2020 символикаһы менән бер рәттән файҙаланыласаҡ.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһының иң яҡшы символына конкурс старт алды, ул CIOFF®2020 символикаһы менән бер рәттән файҙаланыласаҡ.

Был хаҡта республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Футбол буйынса донъя чемпионатында бүре-Забиваканы хәтерләйһегеҙме? Беҙҙең үҙебеҙҙең сағыу һәм үҙенсәлекле геройыбыҙ буласаҡ, уны донъяның төрлө төбәктәренән килгән күп һанлы ҡунаҡтар бик оҙаҡ хәтерҙәрендә тотасаҡ һәм сувенир сифатында алып ҡайтып китәсәк. Бурыс бик яуаплы, сөнки был символ беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы сағылдырысаҡ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Конкурсҡа эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене республика етәксеһе Өфөлә 18 июлдә VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡырырға вәғәҙәләне.

Конкурс эштәре аннотация менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.


Читайте нас: