Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 14:35

Быйыл 1 апрелдән социаль пенсиялар артасаҡ

1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1 процентҡа индексациялана,

1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1 процентҡа индексациялана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Әгәр кешенең раҫланған хеҙмәт стажы юҡ йәки ул хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләү өсөн етмәй икән, дәүләт билдәләгән эшкә яраҡһыҙ йәшкә еткәс, уға социаль пенсия тәғәйенләнә. Шулай уҡ инвалидтар, ҡараусыһын юғалтҡан балалар социаль пенсия алырға хоҡуҡлы. Шулай итеп, социаль пенсия 6,1 процентҡа индексациялана. Бер үк ваҡытта, социаль пенсияның тейешле күләменән сығып, саҡырыу буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең, хәрбиҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгәндәрҙең, техноген йәки радиация һәләкәттәрендә зыян күргән граждандарҙың һәм башҡаларҙың пенсияһы арттырыла, тип хәбәр итә ТАСС.
фото/Pixabay
Читайте нас: