Башҡортостан буйынса Росреестр ғинуарҙа ипотека килешеүҙәренең 19 процентҡа артыуын теркәгән: әгәр 2019 йылдың ғинуарында Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына ипотека тураһында 5550 яҙма индерелһә, 2020 йылдың тәүге айында — 6610. Ләкин был һан башлыса ипотека күсемһеҙ милек кредиттарын рефинанслау иҫәбенә артҡан, тип билдәләйҙәр идаралыҡта. Уҙған йылдың ғинуары менән сағыштырғанда ошондай килешеүҙәр ике тапҡырҙан ашыуға күп: 833 булһа, хәҙер 1999. Бынан алда был күрһәткес буйынса Башҡортостандың илдә бишенсе урында тороуы
хәбәр ителгәйне.
Rosreestr.net сервисы аналитиктары 300 меңдән ашыу ғинуар килешеүҙәрен тикшергән һәм уларҙың өстән бер өлөшө тиерлек (29%) Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә төҙөлөүен асыҡлаған. 11% — Санкт-Петербургка һәм Ленинград өлкәһенә, 6% Татарстанға тура килә. Дүртенсе урында Түбәнге Новгород өлкәһе (3,3%), бишенселә — Башҡортостан (3,14% — яҡынса 9 мең килешеү). Эксперттар фекеренсә, киләсәктә ипотека баҙары күләме 25 процентҡа артыуы һәм элекке күләмдәрҙе тергеҙеүе ихтимал: төп ставка түбәнәйә, тимәк, ипотека кредиттары арзаная.