Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 12:25

Мәскәүҙә «Башҡортостан» милли аш-һыу рестораны асылды

Мәскәүҙә тәү тапҡыр «Башҡортостан» милли аш-һыу рестораны асылды.

Мәскәүҙә тәү тапҡыр «Башҡортостан» милли аш-һыу рестораны асылды. Ошо көндәрҙә уҙған рәсми асыу тантанаһында сәйәсәт эшмәкәрҙәре, эстрада йондоҙҙары ҡатнашты. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. «Мәскәүҙә электән «Әрмәнстан», «Воронеж», «Һарытау» ресторандары эшләй, бына хәҙер тәү тапҡыр «Башҡортостан» рестораны ла асылды, мин быға бик шатмын, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Башҡорттар – Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе милләт, Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙ күп. Хәҙер унда уларҙың яратҡан ризыҡтарынан ауыҙ итеү, йыр-моңдарыбыҙҙы тыңлау, яҡташтар менән аралашыу өсөн тыуған мөйөшө бар. Аш-һыуыбыҙ һәм ҡунаҡсыллығыбыҙ Башҡортостан менән бәйле булмаған ҡунаҡтарға ла оҡшар, тип ышанам». Ул ресторанды асҡан бизнесмендарға рәхмәт белдерҙе. «Минеңсә, уның сифаты бик юғары, үҙегеҙ ҙә шуға инанырһығыҙ, тип өмөтләнәм», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.
фото/Pixabay
Читайте нас: