Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһы буйынса 2024 йылға тиклем — меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡасабаларҙың 564 саҡрым самаһы үҙәк урамдарын, ә быйыл 112,9 саҡрым «тыуған» урамды төҙөкләндереү күҙаллана. 2019 йылда Республиканың юл фонды программаны тормошҡа ашырыу өсөн 691 миллион һум аҡса бүлде. 58 торлаҡ пунктта 95 саҡрым юл яңыртылды. Шулай уҡ былтыр 1291 саҡрым юлға ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы түшәлде. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шаран, Ишембай райондарында план үтәлмәне. Ағымдағы йылда 1745 саҡрым юлға түшәү планлаштырыла. Эштәр 1 июндә башлана. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмәлә әйтелде.