Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 14:25

Башҡортостанда балаларға снюс һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон үҙ көсөнә инде

Бөгөн Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш үҙ көсөнә инде.

Бөгөн Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе балиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләй.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, штраф күләме граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә – 150-200 мең һум. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф ҡаралған.
фото/Pixabay
Читайте нас: