10 февралдән Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегендә хөкөм ителгәнлек булыу-булмау тураһында белешмә алыуға ғаризалар ҡабул итеү туҡталды.
Эске эштәр бүлегенә 10 февралгә тиклем тапшырылған ғаризалар буйынса белешмәләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт үҙәгендә теркәлгәндән һуң өс ай дауамында биреләсәк.
Хөкөм ителгәнлек булыу (булмау) тураһында белешмәләрҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының төп мәғлүмәт-аналитика үҙәге, Эске эштәр министрлығының БР буйынса мәғлүмәт үҙәге, күп функциялы үҙәк, дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша алырға мөмкин.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге штабы өлкән инспекторы.