Тап ошо көндө, 31 йыл элек, совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстан еренән сығарыла. Күп кенә егеттәр, улар араһында әлшәйҙәр ҙә бар, афған ерендә генә түгел, башҡа “ҡайнар нөктәләрҙә” башын һалды. Уларҙың иҫтәлегенә районда йыл һайын тантаналы саралар, яугир-интернационалистар менән осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре һәм спорт турнирҙары уҙғарыла. Иртәгә, 15 февралдә, 10 сәғәттә район үҙәгендә митинг уҙасаҡ, “Тыуған ил-Әсә” монументына һәм парктағы иҫтәлекле таҡтаташтарға веноктар һалынасаҡ.