Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 17:00

1 мартта Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшләй башларға тейеш

Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә үҙенең ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын асыу буйынса тәҡдимен тиҙләтергә ҡушты.

Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә үҙенең ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын асыу буйынса тәҡдимен тиҙләтергә ҡушты. Бөгөн 61 объекттан 13 стоматология кабинеты ғына уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, тағы 15 кабинеттың махсус лицензияһы бар, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала. «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан Башлығы тәҡдим иткән «Ҡанатлан!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды. Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыла. Уҡыусылар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәр теш табибына поликлиникаға бара.
фото/Pixabay
Читайте нас: