Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2020, 12:25

Башҡортостан ауылдарына эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға - 1 миллион һум

Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләнәсәк.

Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләнәсәк.
Субсидиялар өс йыл дауамында – 2020-2022 йылдарҙа бүленә. Аҡса йыл һайын 1 декабргә тиклем күсерелә. Документта билдәләнеүенсә, уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәрен алырға хоҡуҡлы дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай. Дәғүәселәргә талаптар – уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа, махсус белеме булырға, аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе менән уҡытыусы вазифаһына эшкә урынлашырға тейеш. Ауылда мотлаҡ биш йыл эшләргә кәрәк. Күсеп барырға ниәтләгән урындан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта эшләгәндәр йәки йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша алмай. Йә иһә күсергә ниәтләгән урын әлеге ваҡытта йәшәгән йәки эшләгән муниципалитетҡа тап килһә. Уҡытыусыларҙан ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
фото/Pixabay
Читайте нас: