«Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы 1 февралдән ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға хаҡтарҙы арттырҙы. Ҡулаҡса һәм «Алға» картаһы буйынса билет хаҡы араһында айырма 5-тән алып 20 һумға тиклем тәшкил итә.
Хаҡтарҙың артыуы айырыуса көн һайын баш ҡалаға эшкә йөрөгән Өфө агломерацияһы халҡына нығыраҡ һиҙелә. Әйтәйек, 108-се Үҙәк сауҙа комплексы – Урман хужалығы маршрутында хәҙер юл хаҡы 50 һум тәшкил итә («Алға» картаһы буйынса – 40). 164-се Өфө – Таптыҡ маршрутында Лекаревкаға хәтлем — 91 (72,8) һум,122-се Дан бульвары — Авдон — 55 (44) һум.
Краснокама, Яңауыл, Балтас, Тәтешле райондары маршруттарында ла хаҡтар күтәрелде. Хәҙер Нефтекаманан Николо-Березовкаға тиклем юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 25 һум, «Алға» картаһы буйынса 18 һум тора, ә Нефтекаманан Яңауылға хәтлем — 100/80 һум.
281-се Стәрлетамаҡ — Золотоношка, 298-се Стәрлетамаҡ — Максимовка — Алға маршруттарында 1 саҡрым өсөн 2,5 һум, «Алға» картаһы буйынса ташлама — 10%.
Салауат – Мәләүез маршруттарында ла юл хаҡы үҙгәрҙе: 115 һум, карта буйынса 92 һум.
Мәләүездән Салауатҡа ҡулаҡса менән 115 һумға йәки карта буйынса 92 һумға барып етергә мөмкин, Мәләүездән Күмертауға: 60/48 һум.
Күмертау — Ермолаевка: ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 40 һум, «Алға» картаһы буйынса 32 һум; Күмертау — Маячный: 50/40 һум.
Ишембай — Воскресенск, Салауат — Нордовка — Федоровка, Салауат — Нордовка — Бала Сытырман — Федоровка маршруттарында 1 саҡрым өсөн 2,5 һум билдәләнде.
Ғафури районының барлыҡ маршруттарында тариф 1 саҡрым өсөн 2,4 һум тәшкил итә, «Алға» картаһы буйынса ташлама — 5%.