Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 12:45

Башҡортостанда Эстетика йылы эмблемаһы раҫланды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2020 йыл Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2020 йыл Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Эмблеманың иң яҡшы макетына тауыш биреү ойошторолдо.
Тауыш биреүҙә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ун вариант тәҡдим ителде. Шулай итеп, Эстетика йылына әҙерлек этабы тамамланды. Муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары булдырылды, саралар планы әҙерләнде, «Таҙалыҡ көндәре» билдәләнде. Муниципаль берәмектәр газондарҙы, тротуарҙарҙы, яҡтыртыуҙы, ҡоймаларҙы тикшереп сыҡты һәм ошо йүнәлештәр буйынса кәрәкле ресурстар күләмен билдәләне.
фото "Башҡортостан" гәзите сайтынан
Читайте нас: