Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 11:55

Бөгөндән алып Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары таксиҙа бушлай йөрөй башлаясаҡ

Төбәктә “Ветерандар өсөн такси” программаһы эшләй башланы.

Төбәктә “Ветерандар өсөн такси” программаһы эшләй башланы. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары, һуғыш ваҡытында балиғ булмаған концлагерь тотҡондары һәм “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” статусына эйә булыусылар өсөн бушлай такси тәҡдим ителә. Таксиҙы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең ҡыҙыу линияһы номеры аша ғына саҡыртырға мөмкин: 88007750014. Уның өсөн ветерандың исем шәрифтәрен, инвалидлыҡ категорияһын, тыуыу датаһын һәм телефон номерын хәбәр итергә кәрәк. Учреждение хеҙмәткәрҙәре махсус программа ярҙамында мәғлүмәтте тикшергәс, заказды "Яндекс. Такси" хеҙмәтенә ебәрә. Ветерандың нисә тапҡыр такси ҡулланғаны программала күренеп торасаҡ. Такси хеҙмәтенән айына 4 тапҡыр бушлай файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
фото/Pixabay
Читайте нас: