Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 12:05

Республикала автобус шоферҙары битлек кейеп эшләргә тейеш

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республика биләмәһендә коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн транспорт комплексы ойошмалары етәкселәренә һәм шәхси ташыусыларға аэропорттарҙа, тимер юл вокзалдарында, автовокзалдарҙа һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа дезинфекция режимын үтәү йәһәтенән контролде көсәйтергә бойороҡ бирҙе.

Ведомство бойороғона ярашлы, уларға «транспортта һауаны зарарһыҙландырыу ҡулайламаһының төҙөклөгөн тәьмин итеү», халыҡ күп йыйылған урындарҙа һауаны зарарһыҙландырыу өсөн ҡулайламаларҙы файҙаланыу һәм поездарҙа дезинфекция режимын көсәйтеү бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, республикала пассажирҙарҙар менән эшләгән һәр кемде медицина битлектәре, бирсәткәләр һәм тән тиреһе антисептиктары менән тәьмин итергә ҡушылды. Документта билдәләнеүенсә, «Башавтотранс» етәкселегенә «автовокзалдарҙы тепловизорҙар менән йыһазландырыу тураһында мәсьәләне ентекләп өйрәнергә» тигән бурыс ҡуйылды.
фото/Pixabay
Читайте нас: