Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 16:40

Хәүефле туристик объекттар

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың хәүефле туристик объекттары исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың хәүефле туристик объекттары исемлеген баҫтырып сығарҙы.
Ведомство сайтында Башҡортостандың туристик маршруттарында ғүмергә һәм һаулыҡҡа хәүеф менән янаған объекттар исемлеге баҫылған.
Ҡотҡарыусылар фекеренсә, Асҡын, Киндерле, Ҡотоҡ-Сумған, Сыңғырауыҡ мәмерйәләрендә хәүефле. Исемлектә бөтәһе 31 объект – улар араһында тауҙар ҙа, шарлауыҡтар ҙа, һикәлтәләр ҙә бар. Бөтә ерҙә лә тиерлек ҡырағай йәнлектәр: айыуҙар, һеләүһендәр, бүреләр осрау хәүефе янай, шулай уҡ үлемесле йәрәхәттәр алырға мөмкин. Ҡотҡарыусылар инструкторҙар менән тейешле әҙерлек үткәндән һуң ғына барырға, ә тауға (мәҫәлән, Ирәкташҡа) походҡа сыҡҡанда сағыу кейем кейергә кәңәш бирә. Туристарға Шүлгәнташ һәм Яңы Мораҙым мәмерйәләренә барырға тәҡдим ителә.
фото/Pixabay
Читайте нас: