Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:15

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы алдағы өс йылда ауыл тораҡ пункттарын тәртипкә килтереү өсөн 4,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджет аҡсаһы.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы алдағы өс йылда ауыл тораҡ пункттарын тәртипкә килтереү өсөн 4,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджет аҡсаһы.

Республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.

Халыҡҡа йорт һалыу һәм ҡуртым килешеүе буйынса бирелгән торлаҡ төҙөү өсөн субсидиялар тапшырыуға 1,6 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 1 миллиарды – федераль бюджет аҡсаһы. Алдағы өс йылда 19 районда дөйөм суммаһы 226 миллион һумлыҡ 24 газ торбаһы төҙөлә. 18 һыу менән тәьмин итеү объектын финанслау күләме – 503,9 миллион һум.

Ете районда 11 комплекслы төҙөлөш проекты ғәмәлгә ашырыла. Ошо маҡсатҡа 1,3 миллиард һум бүленә. Комплекслы төҙөлөш күпләп төҙөү өсөн майҙансыҡтар әҙерләүҙе күҙ уңында тота (һыу, газ менән тәьмин итеү, юл селтәре, тротуарҙар, урамдарҙы яҡтыртыу).

Биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 241,4 миллион һум бүленә. Был аҡса балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү, майҙансыҡтарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн төҙөкләндереү өсөн тотонола. Ошо маҡсатҡа 45 муниципаль районда 205 миллион һум бүленә. 751 миллион һум ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелә.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан 11 тораҡ пунктҡа инә торған юлдар һалыу өсөн 997,9 миллион һум йүнәлтелә. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут яңы федераль программаның төбәктәрҙең фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителеүен, уның бынан алдағыһынан йүнәлештәрҙең күп булыуы менән айырылып тороуын билдәләне.

Фото: Яндекс

Читайте нас в