Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясно
Новости
7 Февраля 2020, 08:45

Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник мәҙәниәт марафоны

Башҡортостан райондарында һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник башҡорт мәҙәниәте төбәк-ара марафоны башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан райондарында һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник башҡорт мәҙәниәте төбәк-ара марафоны башланды. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәтендә ҡул ҡуйылды. Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы буйынса уҙғарыла. Марафон йыл буйына бара. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы марафонды әҙерләү һәм үткәреү буйынса саралар планын әҙерләне. Уға профессиональ мәҙәниәт учреждениелары гастролдәре, художестволы үҙешмәкәрлек саралары индерелде. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә марафонды ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
фото/Pixabay
Читайте нас