Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 12:10

7-8 февралдә теләгән һәр кем Башҡортостан географияһы буйынса диктант яҙа ала

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектәге «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» проектында ҡатнашырға саҡыра

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектәге «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» проектында ҡатнашырға саҡыра. Был – Башҡортостан Республикаһы географияһы буйынса беренсе диктант, ул 7-8 февралдә онлайн форматында үткәрелә. «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» асыҡ аң-белем таратыу акцияһы булып тора, унда, йәшенә, белеменә һәм ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Уның форматы проекттың рәсми сайтында онлайн режимында ситтән тороп ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Диктантта — 35 һорау, яуаптар өсөн эш башланғас 40 минут ваҡыт бирелә (ҡатнашыусыны теркәү ваҡытын иҫәпкә алмайынса). Алдан теркәлеү талап ителмәй. Һорауҙар 7 февралдә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 8 февралгә көндөҙгө 11-гә тиклем асыҡ була (Өфө ваҡыты). Диктанттың бөтә һорауҙарына яуап биргән һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны күрһәтелгән сертификат тапшырыла. 100 балл йыйған тәүге 100 ҡатнашыусы Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенән иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.
фото/Pixabay
Читайте нас: