Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 17:20

Республикала йәшәүселәргә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу символын эшләгән өсөн 60 мең һум биреләсәк

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу символы конкурсына эштәр тапшырыу дауам итә.

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу символы конкурсына эштәр тапшырыу дауам итә. Ун йыллыҡтың төп статистик ваҡиғаһы символын булдырыуҙа дизайнерҙар, рәссамдар һәм Башҡортостандаң бөтә ижади кешеләре ҡатнаша ала.
Конкурста 18 йәштән өлкән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Автор фекеренсә, иҫәп алыуҙың мөһимлеген сағылдырған теләһә ниндәй объекттың һүрәте төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә. Улар өстән артмаҫҡа тейеш.
Символ 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу өсөн Росстаттың баҫма, мәғлүмәт, реклама һәм башҡа продукцияһына урынлаштырыла. Конкурс еңеүсеһенә 60 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла.
Үҙеңдең эшеңде ебәреү өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми сайтында теркәлергә һәм Инстаграмдағы аккаунтыңа һалынған эшкә һылтанманы беркетергә кәрәк. Унда @strana2020 әүҙем һылтанмаһын билдәләү һәм #талисман_перепись хештегын ҡуйыу мөһим.
Инстаграмдағы аккаунт асыҡ булырға тейеш.
Конкурс ике этапта үткәрелә: беренсеһе – иҫәп алыу сайтында асыҡ тауыш биреү, икенсеһе – жюриҙың тауыш биреүе. Эштәрҙе ҡабул итеү 2020 йылдың 10 февралендә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.
Бынан алда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу «Киләсәкте булдырабыҙ!» девизы аҫтында үтеүе хаҡында хәбәр ителгәйне.
2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу − «Үҙеңде Рәсәй тарихына яҙ!», 2010 йылда иһә «Рәсәйҙә һәр кем мөһим!» девизы аҫтында уҙҙы.
Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 1 октябрҙән 31-енә тиклем үткәрелә. Илдең алыҫ райондарында мәғлүмәт йыйыу 1 апрелдән 20 декабргә тиклем ойошторола.
Иҫәп алыуҙа яңы технологияларҙы ҡулланыуға, дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултырыуға, шулай уҡ иҫәп алыусыларҙың ҡағыҙ бланктар урынына электрон планшеттарҙы файҙаланыуына баҫым яһала.
Үҙ аллы интернет-иҫәп алыуҙы 1 октябрҙән 25-енә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталында үтергә мөмкин. Электрон анкетаны үҙеңә генә түгел, ғаилә ағзаларына ла тултырырға була.
4 октябрҙән 27-һенә тиклем ғәҙәти иҫәп алыу ойошторола: планшетлы иҫәп алыусылар илдәге бөтә фатирҙарҙы һәм йорттарҙы йөрөп сығырға тейеш.
фото/Pixabay
Читайте нас: