Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:20

Снюс һәм кальян һатҡан өсөн 250 мең һумға тиклем штраф

Башҡортостанда балиғ булмағандарға снюстар, вейптар, тартыу ҡатнашмалары һатҡан өсөн граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә 150-200 мең һум штраф һалынасаҡ.

Башҡортостанда балиғ булмағандарға снюстар, вейптар, тартыу ҡатнашмалары һатҡан өсөн граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә 150-200 мең һум штраф һалынасаҡ. Талапты ҡабаттан боҙған осраҡта граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф һалыныуы мөмкин. Уҙған кесаҙна Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта балиғ булмағандарға тәмәкеһеҙ изделиеларҙы һәм тәмәке тартыу яйланмаһын берәмләп һатыуҙы сикләгән закон ҡабул итте. «Закон проектын тикшереү барышында төрлө фекерҙәр яңғыраны. Шул иҫәптән граждандар өсөн штрафтың юғары булмауы әйтелде, – тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ләкин федераль ҡануниәткә ярашлы, физик берәмектәр өсөн штраф биш мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Балаларға вейптар һәм снюстар һатыу проблемаһы тураһында тотош илдә әүҙем фекер алышыу бара. Киләсәктә ошондай ғәмәлдәр өсөн яуаплылыҡ хаҡында федераль закон ҡабул ителер, моғайын. Әммә шуға тиклем беҙ балаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн республикабыҙ биләмәһендә ашығыс саралар күрҙек».
фото/Pixabay
Читайте нас в