Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 12:30

Өфөлә «Еңеүгә тиклем 100 көн» кире иҫәп стелаһын асыу тантанаһы була

30 ғинуарҙа Юғары сауҙа майҙанында «Еңеүгә тиклем 100 көн» кире иҫәп стелаһын асыу тантанаһы була.

30 ғинуарҙа Юғары сауҙа майҙанында «Еңеүгә тиклем 100 көн» кире иҫәп стелаһын асыу тантанаһы була. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараға саҡыралар. Киске сәғәт 5-тә башлана. «Стеланы асыу көнө осраҡлы һайланмаған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем йөҙ көнгә кире иҫәп тап 30 ғинуарҙа башлана. Был көндә ҡалала ошо бөйөк датаға бағышланған сараларға старт бирелә», — тине ойоштороусылар. Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары, патриотик клубтар, йәмәғәт берләшмәләре тәрбиәләнеүселәре һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Унда һуғыш йылдары йырҙары яңғыраясаҡ, күрһәтмә сығыш ойоштороласаҡ. Сараның хедлайнеры — «Арғымаҡ» төркөмө.
фото/Pixabay
Читайте нас: