1 февралдән Раевка һәм Дәүләкән тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һатыу башлана. Кассаларҙа билдәләнгән тариф буйынса ҡала-ара, район-ара һәм ҡала яны маршруттарына билеттар һатып алырға мөмкин. «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы»нан хәбәр итеүҙәренсә, Раевка станцияһы кассаһы — тәүлек әйләнәһенә, Дәүләкән станцияһында иһә тәнәфестәр менән иртәнге сәғәт 5-тән киске 9 тула 15 минутҡа тиклем эшләй. Яңы хеҙмәт әкренләп Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы яуаплы булған зоналарҙағы башҡа станцияларға таратыла.