Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы шундай ҡарар ҡабул итте. Абруйлы исем өфөләрҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы, хеҙмәт батырлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн тапшырылды.