"Халыҡ-ара барлыҡ рейстар "Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелә. Айырыуса Ҡытайҙан осоп килгән самолет борттарында ентекле тикшереү ойошторола. Пассажирҙарҙың үҙҙәрен нисек тойоуы хаҡында һорашыла, тән температураһы үлсәнә. Үҙҙәрен насар хис иткәндәр шунда уҡ медпунктҡа оҙатыла. Ауыр хәлдәгеләр булһа, “Ашығыс ярҙам”да дауаханаға ебәрелә", - ти "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән Анастасия Кучимова. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, әле коронавирустан 17 кеше вафат булған, 570 сирлегә ошондай диагноз ҡуйылған. Шуныһы ғәжәпләндерә: ҡайһы берәүҙәрҙе хатта үлемесле инфекцияның таралыуы ла туҡтатмай, улар Ҡытайға ялға осоуын дауам итә икән.