Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:10

Опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүгә нисек ҡарайһығыҙ?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреү өсөн халыҡтың фекере менән ҡыҙыҡһына.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреү өсөн халыҡтың фекере менән ҡыҙыҡһына.
«Республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре миңә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ләкин республикала йәшәүселәр менән кәңәшләшмәйенсә бындай яңғырауыҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем. Шуға күрә тауыш бирегеҙ һәм ошо йәһәттән фекерҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ, зинһар», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рудольф Нуриев (1938-1993) — билдәле балет артисы һәм балетмейстер. Сәнғәттә тәүге аҙымдарын Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә башлаған. Бинаға Нуриевтың барельефы ҡуйылған, Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уҙғарыла, Башҡорт хореография колледжы уның исемен йөрөтә.
"Башинформ"
Читайте нас: