Рәсәйҙә аҙна һайын башҡа респиратор вирустары фонында грипп вирусының өлөшө арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә Рәсәйҙең Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле түбән тип билдәләй. «Дөйөм алғанда, Әстрхан өлкәһендә һәм Алтай крайында, шулай уҡ өс ҡалала – Ырымбурҙа, Ставрополдә һәм Өфөлә халыҡ араһында аҙналыҡ эпидемик сиктәрҙең бер аҙ артыуы күҙәтелгән», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.