Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 17:30

Башҡортостанда синыф етәкселәренә өҫтәмә түләү уртаса 7,73 мең һум була

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү арттырыла.

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү арттырыла. Рәсәй президенты Владимир Путиндың 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған бойороғона ярашлы, Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү арттырыла. Федераль бюджеттан 5 мең һумдан кәм булмаған өҫтәмә ҡаралған, бер үк ваҡытта республика түләүҙәре һаҡлана. «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итеүенсә, 2019 йылда Башҡортостанда 24 020 класс етәксеһе эшләгән. Уларға түләү күләме бер уҡыусыға 80 һумдан иҫәпләнә (айына). Әле түләүҙең уртаса күләме 1983 һум тәшкил итә, республика бюджетынан ошо маҡсатҡа йылына 496,8 миллион һум йүнәлтелә. Федераль өҫтәмә, Урал коэффициенты менән бергә, 5750 һум күләмендә иҫәпләнә. Төбәктә класс етәкселәренә түләү уртаса 7733 һум була. 2020 йылдың 1 сентябренән федераль ҡаҙнанан — 733,4 миллион, 2021 йылда 2,2 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса күсеүе көтөлә. 2021 йылда класс етәкселәренең 470 уҡытыусыға күберәк булыуы фаразлана.
фото/Pixabay
Читайте нас: