Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:50

Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусыларына бушлай ҡайнар аш

Владимир Путин 1-4 класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе.

Владимир Путин 1-4 класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, бала мәктәпкә йөрөй башлаһа, ата-әсәләрҙең, айырыуса әсәләрҙең эшкә сығыу, өҫтәмә килем алыу мөмкинлектәре күбәйә, әммә ғаиләнең баланы мәктәпкә әҙерләүгә сығымы ла арта. Илдә тейешле инфраструктура булдырырға, ашханаларҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк, тине Владимир Путин. Мөмкинлек булған мәктәптәрҙә 2020 йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш бирелергә тейеш. «Башҡа коллегаларымдан был эште тиҙләтеүҙәрен һорайым. 2023 йылдың 1 сентябренән дә һуңламайынса Федерацияның барлыҡ субъекттарында башланғыс синыф уҡыусылары сифатлы бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш», — тип өҫтәне Рәсәй Президенты.
фото/Pixabay
Читайте нас: