Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр билдәләргә тәҡдим итте. Һүҙ килеме бер кешегә йәшәү минимумы күләменән артмаған ғаиләләр тураһында бара. Был хаҡта дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Килем түбән икән, ғаиләләр беренсе һәм икенсе балаға өҫтәмә түләүҙәр алырға тейеш. Был уртаса 11 мең һумдан ашыу. Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләрҙең 70-80% — балалы ғаиләләр, тине Владимир Путин. «Беҙҙең демографик киләсәккә туранан-тура хәүеф менән янаған киҫкен проблема бар — халыҡтың, ғаиләләрҙең күпселегенең килеме түбән. Аҙ килемле ғаиләләрҙең яҡынса 70-80% — тап балалы ғаиләләр. Йыш ҡына, хатта ата-әсәнең икеһе лә эшләгән осраҡта ла бындай ғаиләнең килеме бик аҙ, — тине ул . — Ошондай түләү алыу өсөн ғариза биреү, шулай уҡ үҙеңдең рәсми килемеңде күрһәтеү зарур. Шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм, был процедураны халыҡ өсөн уңайлы һәм ябай итеп эшләргә кәрәк. Улар барыһын да сиратһыҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ рәсмиләштерә алһын өсөн. Быны шулай уҡ ситтән тороп, тейешле дәүләт порталы аша ла эшләргә мөмкин».