Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 16:00

Яндекс.Такси һуғыш ветерандарын һәм инвалидтарын бушлай йөрөтә башлай

Тиҙҙән Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһында булғандарҙы һәм концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башлай.

Тиҙҙән Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһында булғандарҙы һәм концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башлай. Ошо аҙнала Өфөлә тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итте республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова. «Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Уларҙың 841-е һуғышта ҡатнашҡан, 300 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102 блокадалы Ленинградта йәшәүсе һәм 102 концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡоно. Һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәттәренән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. Йәнә ҡабатлайым: был бушлай һәм тотош республикала», — тине Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. Вице-премьер һүҙҙәренсә, таксиҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Киләһе аҙнала Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленәсәк. Ветерандарға ошо номерға шылтыратып әйтергә генә кәрәк. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.таксиға тапшыра.
фото/Pixabay
Читайте нас: