Уның һүҙҙәренсә, әле республикала йәшәгән 69 Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы ошондай хеҙмәткә мохтаж. «Әле был хеҙмәтте күрһәтеү тәртибе, стандарты һәм дәүләт хеҙмәттәре исемлегенә индереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бының ҡиммәт икәне аңлашыла. Аҙнаһына бер тапҡыр ике сәғәткә килеп, аҙыҡ-түлек һатып алыу – бер, ә көнө буйына уның янында булыу һәм тәрбиәләү – бөтөнләй икенсе, — тине Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. — Беҙ шуға мохтаж булған һуғыш ветерандары һәм ҡатнашыусылары хаҡында ғына һүҙ алып барабыҙ. Бөгөнгә ундайҙар 69 кеше иҫәпләнә».