Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 13:00

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды

Был программаға ярашлы, федераль аҡсаға 55 йәшкә тиклемге педагогтар дәғүә итә ала.

Владимир Путин 2019 йылдағы Мөрәжәғәтнамәһендә бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға барып эшләү өсөн "Ауыл уҡытыусыһы" программаһын тормошҡа ашырырға тәҡдим иткәйне. Ошо көндәрҙә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.

Читайте нас: