Әлшәй хәбәрҙәре
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:25

«Етегән-2020» ғаилә конкурсы

2020 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем Өфөлә «Етегән-2020» асыҡ республика конкурсы уҙғарыла.

2020 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем Өфөлә «Етегән-2020» асыҡ республика конкурсы уҙғарыла. Ул «Етегән» республика башҡорт байрамы – 1 мартта билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан ойошторола. Конкурстың номинациялары:
башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙы оҫта башҡарыусы;
башҡорт телендә мөхәббәт тураһында йырҙарҙы оҫта йырлаусы;
Иң яҡшы башҡорт бейеүе;
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минуттан күберәк булмаһын);
Башҡорт телендә иң матур флаерҙар һәм открыткалар;
Мөхәббәт темаһына иң матур фотолар;
Башҡорт йырына һәм көйөнә «Етегән» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Ҡатнашыусының ғаризаһы (ғариза формаһы – 1-се ҡушымта) менән конкурс материалдарын 25 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урын билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2020 йылдың 1 мартында дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
фото/Pixabay
Читайте нас в