Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 12:30

Башҡортостан ирекмәндәре Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша ала

Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль дәүләт статистика хеҙмәте һайлай һәм уҡыта.

Спорт министрлығы сайтынан күренеүенсә, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте тәүге тапҡыр 20 меңгә яҡын ирекмәндең 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тотҡан килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша. Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль дәүләт статистика хеҙмәте һайлай һәм уҡыта. Ҡатнашыусылар һаны «Иҫәп алыу волонтерҙары» проектын 2020 йылдың ҙур күләмле ирекмәнлек проекты тип атау мөмкинлеге бирә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу волонтерҙарына рәсми сайтта яҙылырға була.
фото/Pixabay
Читайте нас: