Әлшәй хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 13:05

Әсәлек капиталы күләме арттырылды

Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме арттырылды.

Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме арттырылды. Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем арттырылды. Былтырғы менән сағыштырғанда уның суммаһы 13,6 мең һумға йәки 3% артты. Индексация уҙған йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, улар бөтәһе – 3,4 миллион ғаилә. Бөгөн ғаиләләр әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү, төҙөлгән торлаҡҡа сығымдарҙы ҡаплау, балаларҙы уҡытыу – балалар баҡсаһы, мәктәп йәки вуз хеҙмәттәре өсөн түләү, икенсе балаһы 2018 йылдан һуң тыуған түбән килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ түләүҙәр алыу, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, әсәнең пенсияһын арттырыу – әсәлек капиталы аҡсаһын пенсия тупланмаларын формалаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
фото/Pixabay
Читайте нас: