1 ғинуарҙан Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инә. Бынан һуң эш биреүселәр хеҙмәт стажы тураһында мәғлүмәтте Пенсия фондына почта аша түгел, ә онлайн режимда ебәрәсәк. Яңы алымға күсеү-күсмәүҙе һәр кем үҙаллы хәл итә. Әммә әкренләп электрон хеҙмәт кенәгәләре тулыһынса документтар әйләнешенә индереләсәк. 2021 йылдан инде рәсми рәүештә эш башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһен ҡулланасаҡ.