Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 12:30

Күп балалы ғаиләләргә түләүҙәр тәртибе үҙгәрҙе

2020 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған һәр өсөнсө йәки артабанғы балаға өс йәшкәсә аҡса түләү тәртибе үҙгәрә.

Әйтәйек, түләү тәғәйенләү өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килеме йылдың II кварталында Башҡортостанда эшкә һәләтле халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумы күләменә тиклем арттырыла. Беҙҙең республикала йәшәгәндәр өсөн был сумма 10 434 һумға тиң. Хәҙер социаль ярҙамдың был төрөнә йән башына уртаса килеме 20 868 һумдан (эшкә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн икеләтә йәшәү минимумы күләме) артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы, йәки биш кешенән торған ғаиләгә айына 104340 һумдан артмаҫҡа тейеш. Түләүҙәр күләме элеккесә ҡала — 8993 һум.
фото/pixabay
Читайте нас: