Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2020, 11:30

Муниципалитеттар араһында конкурс еңеүселәре билдәләнде

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған муниципалитеттарҙы иғлан итте.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған муниципалитеттарҙы иғлан итте.
Гранттар быйыл булдырылды. Улар республика социаль-иҡтисади үҫешенең айырым йүнәлештәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡалаларға һәм райондарға тапшырыла. Рейтинг төҙөгәндә биләмәләр өс төркөмгә бүленде: ҡала округтары, ҡалалы райондар һәм ауыл райондары, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
«Халыҡ менән иң яҡшы бәйләнеш» номинацияһында Стәрлетамаҡ, Благовещен һәм Иглин райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы еңеүсе тип танылды.
«Инвестор менән диалог» номинацияһында иң яҡшылары — Ағиҙел, Баймаҡ һәм Архангел райондары.
«Таҙа муниципалитет» номинацияһында Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Илеш райондары грантҡа лайыҡ булды.
«Сәләмәт муниципалитет» номинацияһында Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары еңеү яуланы.
«Уңайлы ауыл» номинацияһында гранттар Учалы һәм Балтас райондарына тапшырыла.
Бынан тыш, федераль ҡануниәткә ярашлы 2018 йыл йомғаҡтары буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге баһаланды. Үткәрелгән мониторинг йомғаҡтары буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн Күмертау ҡалаһына, Бәләбәй, Яңауыл, Өфө, Борай, Мишкә, Нуриман, Мәсетле һәм Ғафури райондарына гранттар тапшырыла.
Бүләк фонды 75 миллион һум тәшкил итә. Гранттар, комплекслы баһалау буйынса рейтингҡа ҡарап, биләмәләр араһында бүленә. Уларҙы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йүнәлтеү күҙаллана.
Читайте нас: