Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 17:25

Райондың социаль-мәҙәни үҙәгендә Яңы йыл саралары

Рәхим итегеҙ! Бер кем дә күңелһеҙләнеп ултырмаясаҡ.

31 декабрҙә 18 сәғәттә Совет майҙанында – “Беҙгә Яңы йыл килә” тип аталған театрлаштырылған тамаша;
1 ғинуарҙа 15 сәғәттә - 3D форматында Яңы йыл йәнһүрәттәре,
18 сәғәттә – балалар һәм ата-әсәләр өсөн “Көмөш серпантин” байрам дискотекаһы;
2 ғинуарҙа 12 сәғәттә – саф һауала “Яңы йылды бергәләп ҡаршылайыҡ!” конкурстары һәм күңелле уйындар,
18 сәғәттә – балалар һәм өлкәндәр өсөн “Диско-шыршы” Яңы йыл дискотекаһы;
3 ғинуарҙа 14 сәғәттә - 3D форматында Яңы йыл йәнһүрәттәре,
18 сәғәттә – “Музыкаль коктейль” бейеү ретро кисәһе;
4 ғинуарҙа 14 сәғәттә – “Рус халыҡ әкиәттәре” күңел асыу кисәһе,
18 сәғәттә – шыршы тирәләй “Яңы йыл серпантины” бейеү программаһы;
5 ғинуарҙа 12 сәғәттә – “Росинка” балалар театр студияһының “Морозко” музыкаль әкиәте,
18 сәғәттә – “Һин һәм мин – Яңы йыл шатлығы!” спорт эстафетаһы;
6 ғинуарҙа 14 сәғәттә – “Яңы йыл әкиәттәре” (балалар өсөн хәрәкәт уйындары),
19 сәғәттә – “Беҙҙең йәшлек йырҙары” ретро концерты;
7 ғинуарҙа 19 сәғәттә – Совет майҙанында “Раштыуа кисәләре” театрлаштырылған тамашаһы;
8 ғинуарҙа 12 сәғәттә – балалар өсөн “Шыршы тирәләй” байрамы,
18 сәғәттә – “Беҙҙең саналар үҙҙәре шыуа” спорт байрамы;
13 ғинуарҙа 19 сәғәттә Совет майҙанында – “Иҫке Яңы йылды ҡаршылау” халыҡ байрамы.
Читайте нас в