Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" тип аталған акция башланды. Дәүләт автоинспекцияһы һәм мәғариф органдары бөгөндән балаларҙы транспортта йөрөтөүгә айырым иғтибар йүнәлтәсәк, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар үткәрәсәк, ЮХХДИ постары балалар күп йыйылған урындарға яҡынайтыласаҡ.