Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 17:00

Автомобилгә өҫтәмә маркировка

Автомобилгә өҫтәмә маркировка кәрәк буласаҡ.

Автомобилгә өҫтәмә маркировка кәрәк буласаҡ. Был ҡарар киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев транспорт сараһын өҫтәмә маркировкалау талаптарын раҫлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Был документҡа ярашлы, маркировка коррозия йәки ремонт, яңынан эшләнеү сәбәпле юҡҡа сыҡһа һәм шул сәбәпле транспорт сараһын асыҡлап булмаһа, өҫтәмә маркировка талап ителәсәк. Был осраҡта автомобиль хужаһына ғариза менән ЮХХДИ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Ошо процедуранан һуң транспорт сараһы хужаһына өҫтәмә маркировкалау тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.
фото/pixabay
Читайте нас: