Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 15:40

Дауаханаларҙа электрон сират терминалы

Башҡортостандағы йөҙҙән ашыу дауаханала электрон сират терминалы ҡуйылды.

Башҡортостандағы йөҙҙән ашыу дауаханала электрон сират терминалы ҡуйылды. Был республиканың "Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу" төбәк проектына ярашлы эшләнде. Программаға ярашлы, 110 дауаханаға электрон сират терминалдары ҡуйылды. 143 ҡоролма аша пациенттарға табип ҡабул итеүенә яҙылыуы еңел буласаҡ. Терминалдарҙы ҡулланыу белгестәргә сиратты кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Терминалдың һәр береһендә мотлаҡ медицина страховкалауы полисының штрих-кодын "уҡыған" махсус сканер ҡуйылған.
фото/pixabay
Читайте нас: