Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 14:05

Ялған араҡы һатыусылар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн - аҡсалата бүләк

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Бөгөндән беҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған ялған спиртлы эсемлектәр менән йәшерен сауҙалағы элмәкте тағы ла нығыраҡ тартабыҙ. Мәғлүмәт еткереүселәргә аҡса түләй башлайбыҙ. Етештереүселәр хаҡында мәғлүмәткә - 50 мең һум, һатыусы тураһында мәғлүмәткә – ике мең һум», - тип вәғәҙәләй республика етәксеһе.

Халыҡты ағыулаусылар тураһында «Хәүефһеҙ мөхит» порталында (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем) Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына хәбәр итергә мөмкин.

фото: Яндекс
Читайте нас в