Уға ярашлы, эш биреүсегә һәм хеҙмәткәргә хеҙмәт стажы, шул иҫәптән биләгән вазифалары, башҡа эшкә күсерелеү, эштән азат ителеү һәм хеҙмәт килешеүен туҡтатыу тураһында электрон рәүештә мәғлүмәт йыйыу мөмкинлеге бирелә. Әлеге мәғлүмәттәрҙе эш биреүсе ай һайын РФ Пенсия фондының мәғлүмәт системаһына тапшырасаҡ. Закон нигеҙендә ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эш стажы тураһындағы документты ҡағыҙҙа ла, электрон форматта ла алырға хоҡуҡлы. 2021 йылда яңы хеҙмәт юлын башлағандарға тик электрон кенәгәләр генә биреләсәк.