Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, рәсәйҙәр, байрамдар һәм ял көндәренә тура килгән байрам көндәрен күсереү сәбәпле, аҙыраҡ эшләйәсәк. Ғәҙәттәгесә, ҡыҫҡа эш аҙналары ғинуар, февраль, март, апрель, май, июнь һәм ноябрь айҙарына тура килә. 2020 йылда яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш аҙнаһы ике көнлөк кенә була. Киләһе ял февраль аҙағына тура килә, Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле 25 февралдән 28-енә тиклем эш көнө тип иҫәпләнә. Мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан икенсе эш аҙнаһы ла дүрт көнлөк була. Апрель аҙағында Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан да рәсәйҙәр бер көнгә аҙыраҡ эшләй. Майҙың беренсе эш аҙнаһы 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү иҫәбенә өс көн: 6 майҙан 8-нә тиклем генә дауам итә. Унан һуңғы эш аҙнаһы ла Еңеү көнө уңайынан ҡыҫҡа була. Июндә рәсәйҙәрҙе Рәсәй көнө уңайынан тағы бер ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Артабанғы ҡыҫҡа эш аҙнаһы ноябрҙә генә була. Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙна уртаһына тура килә, шуға 2-3 һәм 5-6 ноябрь эш көндәре булып тора. 2020 йылда тәүге эш көнө кесаҙнаға, 9 ғинуарға, тап килә. Эш биреүсе үҙ теләге менән 31 декабрҙә хеҙмәткәрҙәренә ял бирергә хоҡуҡлы.