Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 13:10

«Инцидент менеджмент» системаһына бер йылда 75 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Башҡортостан Рәсәйҙә «Инцидент менеджмент» системаһында эшләү буйынса лидерҙар иҫәбенә инә.

Рәсәй президенты хакимиәте күҙәтеүендәге автоматлаштырылған мониторинг системаһы республикала 2018 йылдың октябренән индерелде. Система проблемалы һорауҙарҙы асыҡлай һәм уларҙы профилле министрлыҡтарға, ведомстволарға йәки муниципалитеттарға ебәрә. Күпселеккә ҡағылған мөрәжәғәттәргә ул «инцидент» статусын бирә.

«2019 йылдың 1 ғинуарынан 75 меңдән ашыу «инцидент» теркәлгән һәм эшкәртелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдарҙы тәртиптә тотоуға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, йәмәғәт транспорты эшенә, экологияға, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа ҡағыла», — ти республика башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

«Инцидент менеджмент»та эшләү буйынса рейтинг лидерҙары – Стәрлетамаҡ, Сибай, Благовещен, Мәләүез, Туймазы, Иглин һәм Өфө райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: