Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 13:30

Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһы яҙҙы

Уның һөҙөмтәһе буласаҡ сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн БДИға юллама булды.

Һәр сәғәт поясы өсөн ижади эш темалары айырым. Улар имтихан башланғансы 15 минут алдан әйтелде. Республика уҡыусыларына “Пьер Безуховтың: “Йәшәргә, яратырға, ышанырға кәрәк...” тигән һүҙҙәрен Һеҙ нисек аңлайһығыҙ?”, “Өмөт кешене көслөрәк итә, тигән һүҙҙәр дөрөҫмө?”, “Ни өсөн яуызлыҡҡа изгелек менән яуап биреү ауыр?”, “Баҫалҡылыҡ менән буйһоноусанлыҡ араһында ниндәй айырма бар?”, “Ул һәр ваҡыт уға лайыҡмы?” темалары тәҡдим ителде.

Район мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, имтихан штат режимында, бер ниндәй өҙөклөктәрһеҙ һәм ҡағиҙә боҙоуҙарһыҙ уҙған. Уҡыусылар металл эҙләгес менән сканерлау процедураһын үтте, аудиториялар видеокүҙәтеү һәм мобиль элемтә сигналдарын тотҡарлау саралары менән йыһазландырылды. Һәр ҡайҙа аккредитация үткән йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләне.

Инша яҙыу өсөн 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелде. Мотлаҡ һынауҙарҙы райондың 137 ун беренсе синыф уҡыусыһы үтте.

Читайте нас: